Иҫәнгилде менән Батучҡа*

 

Ҡыпсаҡ эсе Ҡарабалыҡ, Ҡарағыҙҙар,

Зарына Аҡмулланың ҡарағыҙҙар.

Мине тотоп бирҙегеҙ дошмандарға...

Барсабыҙ тәңре алдына барабыҙҙар.

Хоҙайым һеҙгә бирһен изге талап,

Мин торҙом илегеҙгә тәңре ҡалап195.

Хыянат ҡылғандарың иҫкә төшһә,

Илаймын күңелем тулып ҡабат-ҡабат.

Булманы үпкә яҙмай сарабыҙ ҙа,

Асыу тотоп, сыҙар хәл юҡ ярабыҙға.

Гонаһһыҙға хыянатлап һарғайттығыҙ -

Үкертһен сысҡан төшөп һабағыҙға!

Кем сыҙар ошондай бәләгеҙгә,

Ауыҙы нәжес, һайыҫҡандай алағыҙға?!

Бындай эш мосолманға ҡаҙаҡ ҡылмаҫ,

Бәрәкалла! Һеҙҙе тапҡан анағыҙға.

Тел тейҙе барса Ата Ҡарағыҙға.

Бар, сығар яҡшығыҙ ҙа арағыҙҙа.

Яфаны ҡайһың ҡылһа - шуға әйтәмән,

Күкрәге ҡара майҙан196 ҡарағыҙға.

Ризамын һеҙҙең ата-бабағыҙға,

Күңеле төҙөк, зиһенле данағыҙға.

Яҡшыларҙан да бер яҡлау табалмайса,

Хур булып, ошо хәлдә ҡалабыҙмы?..

Күп-күп сәләм, бәхилмен данағыҙға,

Изге доға изге ата-бабағыҙға.

Кем яҙған, тип һораһағыҙ, мин - бер тотҡон,

Аҡмулла Троицки ҡалағыҙҙа.

 

* «Иҫәнгилде менән Батучҡа» (тәүге исеме — «Мәҙкүр Иҫәнгилде, Батучлар улан Ҡарағыҙ таифәсенә хассә яздыҡы») — шағирҙең төрмәлә яҙған шиғырҙарының береһе. Беренсе тапҡыр «Аҡмелла әфәнденең иншад итдеке манзуматы...» китабында баҫыла, аҙаҡ 1907, 1935 йылғы баҫмаларға ла индерелә.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer