Дуҫлыҡ*

Дуҫ тигәнең тыштан матур, эстән мордар197 булмаһын,

Донъяһы тар булһа булһын, күкрәге тар булмаһын.

Бар көнөңдә дуҫ булып, тарлыҡта ташламаһын,

Бер ваҡытта хәжәт булып, заллына198 зар199 булмаһын.

Ғәйебенә күҙ һалма дуҫтың - ғәйебе мәнзур200 түгел,

Ғәйебе асыҡ булһа булһын, ғәйеп асыусы булмаһын.

Уйҙа ғына булған дуҫҡа көйҙәшлек мәшрут202 түгел,

Ҡалыбы башҡа булһа булһын, ҡәлебе башҡа булмаһын.

Һәр һораған бәндәнең бәхеттән өлөшө бар -

Һин химар203 тип хурлағаның заты толпар булмаһын.

Кейеме туҙған булғанға насар уйлау матлуб204 түгел -

Һин ғораб205 тип уйлағаның заты шоңҡар булмаһын!

Бәхет алыуға һәр ғамға206 шарт түгел Бағдад, Хәләб,

Йорто Болғар булһа булһын, йортто болғар булмаһын.

Ижад итеүсе - мөләҡҡаб207 дәрдмәнд Аҡмуллағыҙ,

Донъяла хур булһа булһын, мәржәғе208 нар209 булмаһын.

 

* «Дуҫлыҡ». «Аҡмелла әфәнденең иншад итдеке манзуматы...» (Ҡазан, 1904) йыйынтығы ошо әҫәр менән тамамлана. Шуға ла китапта ул «Хатимә» («Эпилог») тип исемләнгән. Ә. Харисов уны үҙ китабына «Ғәйебенә күҙ һалма дустың...» тип индергән. Бында уға исем йөкмәткеһенән сығып бирелде.

 

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer