Һауаланма...*

Һауаланма атаңдың байлығына,

Ололанма йөҙөңдөң айлығына.

Атаңдың байлығы - төшкән ҡырау тик,

Йөҙөңдөң айлығы - ялған буяу тик.

 

* «Һауаланма...» Шиғыр Таңһылыу Күсимованың 1966 йыл 30 декабрҙә «Совет Башҡортостаны» газетаһында баҫылып сыҡҡан «Ҡара төндәге яҡты йондоҙ» исемле мәҡәләһендә килтерелгән миҫалдарҙан алынды.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer