Жөда

Ҡотобона нур төшмәй, матур булмаҫ был йыһан,

Һайрамаҫ былбыл да, булһа гөлстандан жөда.

Эй туғаным, ник һорайһың был әсиреңдең хәлен?

Һеҙгә салус әфсүн әйтһен, булһа иҡрарынан жөда.

Ни ғәжәп: бешкән емештән татлылыр был йәш ваҡыт,

Әммә булдым сәскәләй гүзәл был дәүрандан жөда.

Ҡайғы-хәсрәт тарта-тарта, башта һушым ҡалманы,

Ғүмерендә бер булманым ҡайғы-хәсрәттән жөда.

Ғүмерем буйы көйә-көйә, йөҙҙә нурым ҡалманы,

Яңғыҙ булмағанмын тик бер ғәзиз йәнемдән жөда.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer