Булырмы?*

Йыһанда тоғролоҡ менән хаҡлыҡ

Һаман шулай иҙелерме, тапалырмы?

Ватылғас таш йөрәклек, аҡһөйәклек,

Фәҡир халыҡтар ҙа бер шатланырмы?!

 

* «Булырмы!..» Был шиғыр (дөрөҫөрәге — шиғырҙан өҙөк) Сәғит Мирасовтың 1924 йыл 27 сентябрҙә «Башҡортостан» газетаһында баҫылып сыҡҡан «Аҡмулла» исемле мәҡәләһендә килтерелгән. Исеме йөкмәткеһенә ҡарап бирелде.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer