Нәфсе

 

Бай уйлар, ҡалай ярлы булмайым, тип,

Фәләнсә байҙан артҡа ҡалмайым, тип.

Бер уйлаған байына малы етһә,

Й энә уйлар алдыма һалмайым тип.

Йөҙгә малың еткәндә, йүгерерһең,

Бер тинлек сығым булһа, йөгөнөрһөң.

Ҡәнәғәтең аҙайып, шул ваҡытта

Бер мал үлһә, йөҙ ҡайғырып, үкенерһең.

Малың меңгә еткәндә тарыларһың333,

Ике меңгә етһәсе, тип зар ҡыларһың.

Эрелек һәм тәкәбберлек шомлоғонан

Шул көндә тәүбәләрең яңыларһың.

Мең ерҙән табыш алған уңмай ҡалмаҫ,

Табышһыҙ яланғастар туңмай ҡалмаҫ.

Йәне һаран яман бай таштан ҡаты -

Фәҡир түгел, Хоҙайын күңеленә алмаҫ.

Ил маҡтаһа "бай", "бей" тип, ҡыуанабыҙ,

Әҙәмдән йөҙөбөҙ өсөн оялабыҙ.

Ғәзиз торған тәңренән оялмайбыҙ -

Шундайын бер аҡылһыҙ диуанабыҙ.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer