Юлдашлыҡ

Уйнайҙыр болононда иркә болан,

Ҡурала көн күрә алмаҫ архар, ҡолан.

Көтһәң дә тәрбиәләп, ҡуйыныңа алып,

Әҙәмгә һис бер юлдаш булмаҫ йылан.

Зарары һигеҙ йәшәр йәш йыландай,

Белмәҫ һинең ҡәҙереңде ахмаҡ, наҙан.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer