Ҡәнәғәт

Ҡол ҡоторһа, әлбиттә, ҡонон белмәҫ,

Әҙәми зат, булған һайын, полон210 белмәҫ.

Фәҡирҙән тиҙ байыған тиңен белмәҫ,

Әҙәм тип һис берәүҙе күңеленә элмәҫ.

Бәрәкәтле мал китер төптән-төпкә,

Аҙ булһа ла, яуап бирер был мал күпкә.

Аҫылдарға моңоңдо күпме әйтһәң дә,

Аҫылы юҡ яманға ҡылма үпкә.

Тамырһыҙ дәүләтле бай киң була алмаҫ,

Тай-тулаҡ ат атан менән тиң була алмаҫ.

Тәңре бирһә бәхет, дәүләт әҙәм затҡа,

Көнләү менән һис әҙәм кәм ҡыла алмаҫ.

Ишектән түргә ултыр хәлеңә ҡарай,

Туйҙа тун кейерһең иленә ҡарай.

Ҡулындағы барыңа ҡәнәғәт ҡыл -

Йылҡыға йөк арталар ялына ҡарай.

 

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer