Яманға ялынмағыҙ...*

Яманға ялынмағыҙ, малы бар, тип,

Әйткәндәр: ямандың күңеле тар, тип.

Борондан заты нәжес булғандан һуң,

Сусҡаны кем һыйпай һуң януар тип?

 

* «Яманға ялынмағыҙ...» Шиғырға ҡулъяҙмала (Дусмайыл Ҡасҡынбаев) шундай аңлатма бирелгән: «Дәхи ҙә шул тарафтарҙа (Күксәтау яҡтарында. — Ә. В.) йөрөгәндә булырға кәрәк, бер әҙәм бер кемсәнән аласағын һорап даулашҡан ваҡытында Аҡмулла мәрхүмдең... әйткән һүҙҙәре». Артабан, шиғырҙан һуң: «Шунда әлеге ҡаҙаҡ: «Эй, һинең ниең бар, минең алаһымды алдырмайһыңмы?'.»—тип Аҡмуллаға асыуланып әйткәнендә, Аҡмулланың ул кемсәнәгә әйткән һүҙҙәре:

 

Баймын, тип батырмын, тип уйлайһыңмы,

Ғибрәт һүҙ менән әйткән, аңлайһыңмы?

Фәҡиргә көсөң еткән ҙурлыҡ ҡылып —

Алдына бер хоҙайҙың бармайһыңмы?! — тип китеп барған», — тип ҡуйылған.

 

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer