Төн менән көн

Көн сығалыр, күтәрелеп баталыр,

Дөм алыҫҡа ян-януар яталыр.

Ерҙең йөҙө төн пәрҙәһен ябынып,

Тағы мәшриҡ яҡтырып, таң аталыр.

Төндән артыҡ яратылған көндөҙө,

Төнгә лайыҡ: ай ҡашында йондоҙо.

Яуһа ямғыр, рәхәт тосло ғаләмгә -

Торләнешеп йәшәрәлер ер йөҙә.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer