Нурғәли хәҙрәткә асыҡ хат

 

Күп сәләм, Нурғәли мулла, һеҙгә,

Хоҙайым инсаф бирһен күңелегеҙгә.

Буҙ ат күп уйнаҡлаһа, утҡа баҫа -

Тик ятмай, һин дә тоштоң беҙҙең күҙгә,

Һинең дә әруахың282 күтәрелһен,

Хасиәтең йәйелһен бер аҙ илгә.

Һин дә бер йүгерек толко икәнһең,

Беҙ бүреләй төштөк инде һинең эҙгә.

Тик тороу кәрәк ине йүнең менән,

Тыныс ҡына, хәл ҡәҙәре көнөң менән,

Ғилемең ҙур, йәшең өлкән аға булһаң,

Һөйләшеп ҡара бер энең менән.

Ишеттем аҡырып ятҡан бер батыр тип,

Борон сауҙам юҡ ине һинең менән.

Бер салыуға мин дә яман түгел инем,

Кем икәнен инде бел бының менән.

Мәржәниҙе ни еңә алмай, ни ҡуя алмай,

Ҡан булып йыйылдымы эстә сирең?

Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен,

Эстә тулып ятмаһын нәжес, эрен.

Аһ, дәриға, эс таҙарһын, эш таҙарһын,

Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.

Кәрәк тәслим булыуығыҙ, кәрәк ғаид283,

Әһле сөннәт имамы - ул мөжаһид.

Хәдәҫләгән284 ерегеҙ йортҡа мәғлүм,

Шунһыҙ һин тора алмайһың һис бер ваҡыт.

Һаҡламаныҡ былбылды бәләләрҙән,

Оялманыҡ дәрәжәле ғалиҙарҙан.

Алманы ҡараманан ҡарамайҙар,

Емеште - ҡыуарған ағастарҙан.

Бәлки, һин ул тарафта дамеллалыр,

Хәҡиҡәттә йә унда, йә һулдалыр?

Рәббани ғалимдарҙан булам тиһәң,

Сабыр ҡылыу кәрәк ине был юлда бер.

Мәржәниҙе еңеп сығыу һеҙгә мәмнуғ285,

Дошмандары йыһанға фаш хосот матмуғ286.

Ул фазылды алдамаҡҡа ни эт ҡылып,

Уйнай торған улмы ине һинең тиңең?

Можтәһиддәй ғалимға тел тейҙереп,

Сәләмәт торһа икән камил телең!

Биниһайә әшәкелек ҡылды, тигәс,

Йөрәгем булып китте телем-телем.

Бер ғәзизде талатып тормайыҡ, тип,

Ҡуҙғалды шул сәбәптән фәҡир энең.

Ҡыҙыу мейестән сыҡҡан һуң, эҫе булып,

Ауыҙыңды бешермәһен беҙҙең белен.

Мосолмандың ҡәһәре һуҡҡан микән -

Ҡасидәһеҙ баҫылмаҫ һинең енең.

Ниәтеңдән төңөлөр тип өмөтөм бар,

Һаташҡан булмаһа ҡыҙыл телең.

(Ярғанаттай булһаң һуҡыр, ни үпкә бар!)

Әһле сөннәт кәрәк булһа, уға эйәр,

Шул сағында барса ғам һине һөйәр.

Ғилемлек хәбәрен бел һин, белһәң,

Белмәһәң, ауыҙың асма - телең көйәр!

Ғәзизем, булма һин шәфҡәтһеҙ ғанид287,

Шәфҡәтһеҙҙең соҡоро булмаҫ бәғид288.

Көс етмәһә, көсәнеүҙә ни мәғәнә бар?

Нәжибте289 таныу кәрәк, Ғәбделмәжит!

Аҡ маралды төкөп ятыр туҡал кәзә,

Кәзәләргә килешмәне мөғаләжә290.

Алтын биреп алмайҙар ләмма рәжа291.

Батырҙы батыр тиҙәр, көсөн күргәс,

Инҡарҙа бер мәғәнә юҡ, әсең белгәс.

Ул миңә остаҙ түгел, ата түгел,

Алыҫтан ғашиҡ булдыҡ, эшен белгәс.

Ғүмереңдең күбе үтте ғауға менән,

Барығыҙҙы еңәм тигән сауҙа менән.

Сөннәтсә һәм булмайһың, һәм алдайһың,

Әһле сөннәтмен тигән дәғүә менән.

Тыя торған аҡһаҡалдар вафат булды,

Инде беҙгә фетнә һалыу анһат булды.

Ҡаҙаҡ халҡы баштарын беҙ ҡаңғырттыҡ,

Вөжүдебеҙ торғаны бер афәт булды.

Аҙыуға бер ҙур сәбәп - һауа тигән,

Уға йәнә ҡушыла нәуа292 тигән.

Тәуан293 ғаләни294 мөшкөл булып,

Был ауырыуға табылманы дауа тигән.

Һүҙ күп булыр донъяла тотолмаған.

Дошманһыҙ һис кем тыныс ултырмаған.

Һис бер ваҡыт дошмандары фетнәһенән

Йыһанда әфазылдар295 ҡотолмаған.

Һимерһә, берен-бере эттәй талар,

Дәүләткә әҙәм бармы ҡотормаған.

Теләге туры әҙәм табыр хәл юҡ

Эсен яуыз уй менән тултырмаған.

Тура һүҙгә һауалылар осоноп бара,

Сатнаған быялалай шытырлаған.

Хаҡлыҡта урыны килһә, тел тартмайҙыр,

Аҡмулла тигән байғош тыпырҙаған.

Яранан йөҙәп ятҡан мин бер таҙ эт,

Һайыҫҡандай ҡыуанып шыҡырҙаған.

Борадәр, сәләм әйттек ҡыҫылғандан,

Хаҡлыҡта сыҙай алмай ҡысынғандан.

Йәрәхәттән улъя юҡ, борадәрем,

Күп яра кеше үлтерер осонғандан...

Әрләшкән ҡатын-ҡыҙҙай көлкө булып,

Ояты кәм булған юҡ у...ырғандан.

Әүлад тәхҡиҡәгә өлгөрөү шарт -

Нәтижә хасил булмай ҡыҫыр малдан.

Үгеҙҙәрҙе һөҙөштөрөп, баҡ-баҡ килеп,

Мосолман һыйырҙары ҡыҫыр ҡалған.

Ясаулды шайтандан һаҡлаһағыҙ,

Донъяла нәмә ҡуймаҫ мосолмандан.

Әллә ҡасан һеҙҙең тоҡом туңған микән,

Әллә хәҡиҡәттән күҙен йомған микән?

Артыҡса нәзаирҙы296 артҡа ташлап,

Себендәй ҡутыр ергә ҡунған микән?

Артығыҙ күренгән һуң күрерһеҙ ек,

Әйтерһең, эс көйгән һуң зал297 мозил298, тип.

Хаҡтың һүҙенән аштың - нимә таптың -

Әйттеләр: әсатыр299 әл-әүүәлин300, тип.

Һеҙ ҙә һүҙ тәжауез301 ҡылаһыҙ бик,

Күп йортҡа фетнә була ошондай гәб302.

Әгәр әйтһәм, һеҙ ҙә һәм үпкәләрһеҙ,

Боҙоҡ уйың - аҙғынлығың сәбәбе, тип.

Уйлама һин беҙҙе китап күрмәгән, тип,

Беҙ йөрөгән алыҫ ергә йөрөмәгән, тип.

Балаларың да бәдандиш303 онотмаһаң,

Ҡорбанын белә бәдандиш, беләһең бит.

Йөрөгән ерем - ҡаҙаҡтың бадиәһе304,

Ғилемгә аҙ унда ғадиәһе305.

Тирә-яғым китаптан мәхрүм түгел,

Ултырған урыным - бер ҡаҙ ояһы.

Ҡуйғанмын төрлө китап ҡаршы өйөп,

Ҡараймын фарсымдан башым эйеп.

Һеҙҙең дә рәтегеҙгә күҙ һаламын,

Форсатымдың барында, күңел ебеп.

Мулла икән, тип, һәр кемгә алданмайым,

Ебе таҙа булмаһа, ялғанмайым.

Шәп икән туйығыҙҙа һеҙҙең сорнай:

Ишеткән сыҙамай, ҡолаҡ бормай.

Һай-һай, һин Бохар сыҡҡан мулла икәнһең,

Күккә сығып киткән көсөң, ерҙә тормай.

Белмәйһең мәртәбәи ғалиәһен306,

Ниңә һин шулай артыҡ далиәһең307,

Әфәндем, Мәржәни кем, һин үҙең кем,

Татып ҡара бер тамсы даниәһен308.

Улар һинең нәфрәтеңдән йотолмайҙыр,

Алдаһаң да, алдауыңа отолмайҙыр.

Арағыҙҙа низағлыҡ күплегенән

Зарарға шаһитлығың тотолмайҙыр.

Бәләнең күбе сыға әсебеҙҙән,

Дамелла-фәлән тигән кешебеҙҙән.

Мәға ҙалик309 эшем хаҡ тигән дәғүә -

Ҙөлжәлал ғафил түгел эшебеҙҙән.

Был яҡта батырҙар бар шылдырырлыҡ,

Алышҡанда билеңде һындырырлыҡ.

Һуйылдай дәлилдәр бар ҡундырырлыҡ,

Ҡундырғанда ҡолағыңды тондорорлоҡ.

Борадәрем, һин үҙең дә ихтисап ит,

Мәржәниҙең мөжәддиден310 һин хисап ит.

Ер өҫтөнә нуры төшкән ул бер ҡояш,

Һин уның нурынан иҡтибас311 ит.

Зиһене туры әҙәм ҡыйыш булмай,

Маҡтанып, нәжем312 әшһәр313 ҡояш булмай.

 

Фәрештә фәрештәгә ҡыяс314 булмай.

Мин әйттем хәл ҡәҙәре эсемдәген,

Һәр кем эшләр үҙенең көсөндәген.

Тик камилдың яҡшылыҡ дәлиле - эстә,

Һәр һауыт сәсрәтер эсендәген.

Беленде күкрәгеңдә нәфрәт барлыҡ,

Ғүмереңдә китмәне күңел тарлыҡ,

Ялғанлыҡ баҙарына төшөп алып,

Сауҙаң булған йә ғадирлык315 йә мәкерлек.

Ҡазанда бындай фазыл зат килмәгән,

Ҡазан торһон күп ерҙәргә тап килмәгән.

Йөҙ ғалимдың китаптарын бер яҡҡа ҡуй -

Был кешенең бер үҙенә саҡ килмәгән.

Һәр илдә була икән бер мөхәҡҡиҡ316,

Һәр береһе - ғилемдә әһле тәхҡиҡ317.

Нәҫелдән Ғаззалиҙай зат булмаһа,

Күпселек башҡаларҙан был - мөдәҡҡиҡ318.

Хөрәфәтеңдең ихласы - мөназарә319,

Хәҡиҡәткә тиңдәш булмаҫ мөкабәрә.

Был талаш арҡаһында - Алла һаҡлаһын! -

Шифә320 хәҙрәт булмаһын парә-парә!321

Ул кешене танымай, күп бәйләнһәң,

Дошманың бер йөҙ түгел - меңгә тулар.

Әсхабтар322 беҙгә һалып киткән эҙ бар -

Һеҙҙәрҙә ярма булһа, беҙҙә тоҙ бар.

Аҡмулла әйтә бирһә, әсең һыҙлар.

Хаҡлыҡты күрәм, тиһәң, беҙҙә күҙ бар,

Арыҫлан айға һикереп, аяғы һынар.

Сыралай янып торған күҙең тонһа,

Батыр үлеме мәрйәнән тигән һүҙ бар!

Һеҙ ҡараған китапты беҙ ҡарайбыҙ,

Аяғыңды салыуға беҙ ярайбыҙ.

Тәнаҡышын323 ҡылған әҙәмдәргә

Тырышып ятҡан беҙ ҙә бер малайбыҙ.

Нурғәли, ҡурҡты, тип, булма алаң324,

Әгәр һин таяҡ алһаң, мин уҡ алам.

Башым минең иҫән торһа, китап - ҡулда,

Әгәр һин мылтыҡ алһаң, мин туп алам!..

Һис кем бындай талаш менән морат тапмай,

Талашығыҙ дәфтәрен бер ат тартмай.

Мөназарә асылып, ирҙәр менән

Әйтешмәй һәм тартышмай, ҡолаҡ тартмай.

Көслө һыу тауыңды боҙоп китә,

Ҡаҙаҡтың тегермәнен фәрьяд325 тартмай.

Был заман тәбиғәте шундай хәтәр,

Кәрәк ул ҡаҙаҡ булһын, кәрәк татар;

Күрәбеҙ мороно бейек кәттәләрҙе...

Фәрештә затынан түгел беҙҙең ҡатар.

 

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer