Моңло егет зарын әйтер...

 

Ғалимдар китаптағы барҙы әйтәлер,

Күңелендә моңло егет зарҙы әйтәлер.

Сабан ат, яман ҡатын, ҡыйыш мылтыҡ -

Шул өсәү ир-егетте ҡартайталыр.

Тыңлаһаң, яҡшы кәңәш - ҡолаҡ ҡорсо,

Татлы йоҡо, ҡалын түшәк - йән тынысы.

Етеҙ ат, һылыу ҡатын, төҙөк мылтыҡ -

Егеттең шунда булыр йыуанысы.

Яҡшының яҡшылығы һағыш булмаҫ,

Ямандың касафаты алыҫ булмаҫ.

Һыйырға келәм ябыу килешмәгәндәй,

Йүкәне, майлау менән, ҡайыш булмаҫ.

Сырлы аяҡтың257 сыры китһә, һыны китмәҫ,

Яҡшының, үҙе үлһә, исеме китмәҫ.

Ҡотороп, ҡоторған эт айға өрәлер -

Уның менән тулған айҙың нуры китмәҫ.

Башыңдан бағың тайһа, баһаң китер,

Шул саҡта дуҫың килеп дошман итер,

Йәштән ҡылған яҡшылығың зая булып,

Ереңә бойҙай иккән билсән үҫер.

Һөйләшерлек белем алып һәр бер баштан,

Бәләнән имен булыр телен баҡҡан.

Һары алтын - сабыр төбө тигән һүҙ бар,

Күҙ һалып күреүселәй нәсихәттән.

Боронғонан, белең, батшалыҡ иткән

Дауыттың был донъяға даны еткән.

Бар бит, тип, утыҙ улым, еңел уйлап,

Утыҙын бер минутта һәләк иткән.

Шунан һуң Дауыт батша тәүбә ҡылған,

Ҡолом, тип, хужам бар, тип, муйын һонған,

Артынан таҡ Сөләймән яңғыҙ тыуып,

Бер үҙе утыҙына яуап орған.

Ожмахта имам булған ул ғазазил,

Баш ҡуйған фәрештәләр нисә мең йыл.

Ни булды тәкәбберлек уйлағандан -

Ниндәйен мин-минлектең ошонан бел.

Ҡорт ейгән Ғәйепте лә егерме йыл,

Ҡалғаны барлыҡ тәндән - йөрәк һәм тел;

Уны ла, әҙәм ҡылып, һауыҡтырған -

Ҡазаһыҙ йән үлмәҫен ошонан бел.

Ҡай ваҡыт михнәтле үлмәҫ, әжәлле үлер,

Ҡыҙырып, үлмәгән йән баҙар күрер.

Кем, үлмәй, донъяла ҡалыр тиһең,

Булғанда ҡиәмәтҡаим, Дәжжал да үлер.

Балаһы Әҙәм-атаның: Әбел, Ҡабыл,

Бере Ғалим, берәүе булған Яһил.

Атаның ҡарғышынан яһил булған -

Ниндәйен ата юлын ошонан бел.

Ризамын хаҡтың биргән ҡазаһына,

Дуҫымдың уй уйлаймын назаһына.

Аҫыл таш, ерҙә ятып, әрәм булмаҫ,

Ҡайнаһа, алтын ҡалыр таҙаһына.

Әйтәмен, үләң ҡылып, һүҙ тулғауын,

Ямандың һүҙенә юҡ минең дауым...

Ҡотолмаҫ күптән ҡуян ҡамалаған,

Тәңре атар һәр дошманын табалаған258.

Шулай ҙа наҙан дуҫтан дошман артыҡ,

Ир аҙмаҫ үҙ аҡылын самалаған.

Егеттәр, һаҡланығыҙ наҙан дуҫтан -

Наҙан дуҫ бер айҙан һуң булыр дошман.

Йофарҙың пошоҡ кеше еҫен һиҙмәҫ,

Гөл еҫен ҡайҙан белһен томшоғо осҡан.

Дуҫ булмаҫ, арттан дуҫты яманлаһа,

Ние дуҫ - бер хатаны яба алмаһа?

Ни ҡылып, йәнең түҙер, борадәрем,

Аҡ һөтөң бер эт килеп харамлаһа?

Егеттәр, наҙан дуҫтан дошман артыҡ,

Үлгәндән һуң арыҫландан сысҡан артыҡ.

Ҡулына бер наҙандың гәүһәр төшһә,

Баһаһын ҡыла алмайҙыр мыстан артыҡ.

Ямандың әйткән һүҙе йәнгә тейгән,

Бер һүҙен яҡшыларҙың күтәрмәгән

Әҙәмде яҡшы тиеп самалаһаң,

Бизмәненең бото килер утыҙ биштән.

Сәләм биреү лайыҡтыр ҡарияға,

Битеңде йыуыу эйелеп дарияға

Дуҫтың күбен, уйлаһаң, ҡыйын, тиһең,

Белеш булдым, тиһендер, шаруаға259.

Мәстәктең рәте сыҡмаҫ сапһаң да һин,

Ябыуын атластан япһаң да һин;

Заты йүгерек булмаһа, һәнәр тапмаҫ,

Ем биреп, нисә миҙгел баҡһаң да һин.

Мәстәктән тыуған ҡолон толпар булмаҫ,

Балаһы ябалаҡтың шоңҡар булмаҫ.

Аҡ шоңҡар айлы күлдән ҡаҙ эләлер,

Ҡарғалай, үләкһәгә ҡомар булмаҫ.

Затһыҙҙан яҡшы тыумаҫ, маҡтаһаң да,

Һин уға, ҡаршы килеп, ҡаҡмаһаң да.

Ҡарғаға тауис булыу - ҡыйын сауҙа,

Туғырын алтын ҡылып һаҡлаһаң да.

Айғырҙан ябыу һалма, яллы икән, тип,

Яманға ҡулың һонма, маллы икән, тип.

Ҡарсығаның балаһы типмәй төшмәҫ,

Яҡшы ташлап китәме, ярлы икән, тип?

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer