Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ...

 

Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ, ялынһаң да,

Әшәкегә - үҙең туҙан, яғылһаң да.

Ғәрип булһаң, үҙең - йәмһеҙ, һүҙең - тәмһеҙ,

Ауыҙыңдан дөррә гәүһәр ағыҙһаң да.

Тирмәһенә кереп булмай, һыйып булмай,

Гәрсә һин диндар булып танылһаң да.

Мәғәнәһенән ләззәттең өлөш алмай,

Күпме һин һүҙҙең майын ағыҙһаң да

Дәртһеҙҙең дуҫлығында мәғәнә юҡ,

Ул һағынмай, һин уны һағынһаң да.

Яман һине һыйламаҫ, һыйлаһаң да,

Унан ашып, һүҙ атырға ҡыймаһаң да.

Яҡшылыҡты яманлыҡҡа хисап итер,

Уға һин күпме изгелек уйлаһаң да,

Яғымлылыҡ ҡаҙанында ҡайнаһаң да,

Былбылдай килештереп һайраһаң да -

Яман бысаҡ тиҙ үтмәҫ, ҡайраһаң да...

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer