Аҡмулла, хәлеңде бел...

 

Аҡмулла, хәлеңде бел: үҙең ҡалай,

Үҙеңә лайыҡ түгел, һүҙең ҡалай.

Вәғәзсе күп, берҙәмлек юҡ - оят ҡайҙа,

Ҡолағыңды борорлоҡ һинең, малай!

Мин булһам да, мөхәббәт юҡ, зиһенем тарау,

Ғәҙәтебеҙ - көнө-төнө китап ҡарау.

Ялағай булмағанһың, юлдаш ҡалмай,

Булмаһа артыҡ һимеҙ - әсең ярау.

Күп йөрөнөк арҡабыҙҙы беттәр талап,

Талаһа ла, ҡалманы беҙҙән талап:

Булһа булды юҡ саҡтары - үкенмәйем,

Ғүмеремде сарыф ҡылдым китап ҡарап.

Һәнәре булһа, тырышҡан юлда ҡалмаҫ,

Тырышмай тик ятҡандан файҙа булмаҫ.

Уҡыр өсөн шарт түгел Бағдад, Хәләб:

Сыбар үгеҙ, Бохар барып, мулла булмаҫ.

Ғалим булһа, милләт өсөн зарлы булһын,

Кәрәк ул бай, кәрәк ярлы булһын.

Был һүҙемде һөймәгән тәкәбберҙәр

Асыуланмағайы - кәрәк ярылып үлһен!

Һәр кешенең һүҙенән әҙәм һынар,

Берен-бере кәмһетеүгә әҙәм ҡомар.

Себен дә һау ергә күҙен һалмай,

Ҡайҙа эрен, ҡутыр бар - уға ҡунар.

Дуҫ күрһәң, ҡапҡаһына барып ҡара -

Ояттан сыҙай алмай, күңелең һынар.

Мөхәббәт-шәрбәттән юлдашлыҡ ҡылһаң,

Ул һиңә бал урынына зәһәр һонар.

Нәфис, татлы һүҙеңә ҡаршы килеп,

Мәжлестә шаулауына ҡолаҡ тонар.

Дошманлыҡ буйыбыҙға ҡарарланған,

Белмәймен килешерен ниндәй томар246.

Ғәмәлгә ярарлыҡ бер эшебеҙ юҡ,

Аҡмулла тигән байғош шуға илар.

Ҡайғығыҙҙың күплегенән йөрәгем нар,

Ямандарға рәнйеү һалып, түгелде çap247.

Аҡылым хайран, башым вайран - диуанамын,

Булһам да йорттан ашҡан йүгерек толпар.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer