Яҙ

 

Ҡыҫмаҡ үтеп, ҡыш үткән һуң, килде яҙ,

Ҡыйҡыулашып, килде осоп өйрәк-ҡаҙ.

Ян-януар йәшел үләнгә сығып,

Көллө ғәләм шатланышып булды мәж;.

Ерҙең өҫтө бәрхәт кеүек йылтырар,

Күктә - монар, ерҙән быуҙар борҡорар.

Арыҡ малдар йәшел үләнгә туйып,

Ҡырҙан өйгә уйнаҡлашып ҡайтырҙар.

Тирбәлешеп, тәрән күлдәр талҡыйҙыр241,

Төрлө ҡоштар дәртләнешеп ҡалҡыйҙыр.

Күлдә һылыу томбойоҡтар сайҡала,

Иҫерткес көслө йәш еҫ аңҡыйҙыр.

Ҡупшы ҡыҙҙай шишмә аға сылтырап,

Алыҫта монар ята тонйорап.

Турғай сырлап, былбыл йырлап һайраша,

Теле сыҡҡан йәш балалай былдырлап.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer