Ҡарындашдыҡ

 Яҙ яратап, ҡышты уға игеҙҡылды,

Үлемде барлыҡ йәнгә тигеҙҡылды.

Һәр ни ҡылһа, хоҙаның ҡөҙрәте киң -

Әмер ҡылһа, сүл ерҙә диңгеҙҡылды.

Егеттәр, донъя үтер башығыҙҙан,

Күңел ҡуй әҙәплеккә йәшегеҙҙән.

Ҡарындашҡа ихтирамлап ҡарамаһаң,

Ҡайырылмай үтеп китер ҡашығыҙҙан.

Хаҡ зекерен күп әйтһәң, аҡ булырһың.

Сабырлыҡ ахырында шат булырһың,

Хазина таптым, тип, ҡәүемеңде иҫкә алмаһаң,

Ҡарындаш менән ҡәүемгә ят булырһың.

Иртә намаҙ ваҡытында ята бирмә,

Харам нәмә алыуға бата бирмә.

Ҡаршы ботаҡ булмаһаң, ҡарындаш күп,

Ҡарындаш менән татыуҙың күңеле туҡ.

Ҡарындашҡа һыймаһаң, яман булып,

Ҡайҙа барһаң, тейәлер күҙеңә сүп.

Яҡыныңды кәмһетмә алаш өсөн,

Харам эшкә керешмә талаш өсөн.

Яңғыҙың ятыр ереңде уйыңа ал,

Утҡа төшмә берәүҙең бәләһе өсөн.

Ебәрмә әжәл дауын, самаң килһә -

Ҡош ҡанатын йәйәлер балаһы өсөн.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer