Бәхет

 

Заманыңды яманлап,

Беҙҙәй ғәрип табылмаҫ;

Үҙ буйыңды төҙөй бир,

Йөмлә шәриф табылмаҫ;

Арғымағың яманлап,

Толпар ҡайҙан табырһың;

Тойғоноңдо233 яманлап,

Шоңҡар ҡайҙан табырһың;

Эскән һыуың яманлап,

Йофар ҡайҙан табырһың;

Күлдең һыуын яманлап,

Иҙел ҡайҙан табырһың;

Хакимыңды яманлап,

Ғәҙел ҡайҙан табырһың;

Хужаларың яманлап,

Артығын ҡайҙан табырһың;

Алған йәрең яманлап,

Матурын ҡайҙан табырһың;

Аҡ туныңды яманлап,

Атлас ҡайҙан табырһың;

Үҙ башыңды ҙур итеп,

Тиңдәш ҡайҙан табырһың;

Ҡарыларың яманлап,

Кәңәш ҡайҙан табырһың?

Турғай күрһәң, кәмләмә -

Бары тойғон табылмаҫ;

Ҡарындашың яманлап,

Үҙеңә туған табылмаҫ;

Әҙәм ғәзиз әйтер тип,

Күңелеңде һалмасы;

Нәфес - алдаусы дошмандың

Нәсихәтен алмасы.

Бәхете уянған ирҙәрҙең

Һәр бер эше уң булыр;

Дәүләте көнгә артылып,

Ни ҡылһа ла, мул булыр;

Бурҙай эте төлкө алып,

Ҡарсығаһы ҡаҙ алып,

Сауҙа ҡылһа, файҙа алып,

Ни ҡылһа ла, уң булыр.

Һүҙ һөйләһә, йүн булыр,

Ни тиһә лә ярашыр;

Биғәйбә, тип, ат ҡуйып,

Ил ауыҙына ҡарашыр.

Арғымаҡҡа мендем, тип,

Артҡы туптан аҙашма;

Көнөндә үҙем булдым, тип,

Киң бәйелгә талашма;

Артыҡ өсөн әйтешеп,

Дуҫың менән һынашма;

Еңгәнмен, тип, берәүгә

Ялған һүҙең ташлама;

Был донъяла ҡунаҡ һин,

Дәүләт, бәхет таптым, тип,

Ни бирһә лә - Алла, тип,

Шөкөрлөгөң ташлама.

Бәхетең бер көн йоҡлаһа,

Улай-былай ҡылырһың;

Ҡылған эшең уңмаһа,

Хайран булып торорһоң;

Миңә ни хәл булды, тип,

Иген йыртып йөрөрһөң;

Унан файҙа таба алмай,

Сауҙагәрлек ҡылырһың;

Ғәрип булып йығылһаң,

Үҙ малыңдан биҙерһең,

Бәхеткәйең булмаһа,

Михнәтте күп күрерһең;

Унан файҙа таба алмай,

Һыуға ҡармаҡ һалырһың;

Суртан түгел, сабаҡ юҡ,

Балдыр алып ҡалырһың -

Уңмаған саҡтарыңда

Шулай хайран ҡалырһың.

Ғилемлелек - даръялыр,

Ҙур рыялыҡ булмаһа;

Аҡыллы әҙәм - олуғтыр,

Асыуы артыҡ булмаһа;

Хәйерле бай йомарттыр,

Көнсөл, ялҡау булмаһа.

Донъя күрке - ҙур дәүләт,

Ҡунып та һулымаһа;

Ике донъя терәүе -

Хаҡ зекерен ҡуймаһа.

Яуыз уйҙар уйларһың,

Нәфселәрен тыймаһа;

Тәүбәле ҡол иманлы,

Донъя ғәмен уйлаһа.

Иманһыҙҙың билдәһе -

Шәриғәтте хурлаһа;

Ғеҙелһеҙҙең билдәһе -

Белә тороп бормаһа;

Иманлының билдәһе -

Хаҡтан муйын бормаһа;

Ғәҙҙелленең билдәһе -

Үткән эште ҡыумаһа;

Ямандарҙың билдәһе -

Яуға ҡаршы тормаһа;

Залимдарҙың билдәһе -

Нахаҡтан мал урлаһа;

Тән һаулығы - ғәнимәт234,

Сырхаулығы булмаһа;

Тереклек - донъя күркелер,

Ахыры үлем булмаһа;

Самаңса дан күрер инең,

Тар ләхеткә ҡуймаһа;

Артында ҡалыр атаҡ235 юҡ,

Терелә даның булмаһа.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer