Нәсихәттәр*

Иң әүүәл кәрәк нәмә - иман, тигән,

Ахирәт эштәренә инан, тигән.

"Хоҙай, кисер!" - тигән менән эш бөтмәйҙер,

"Иман шарты"н өйрәнмәһә - Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә - күңел, тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа - күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә - аҡыл, тигән,

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.

Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,

Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә - шөкөр, тигән,

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк - көфөр, тигән.

Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", - тигән - хурлыҡ,

Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә - әҙәп, тигән,

Әҙәп тигән - мөхәббәткә сәбәп, тигән.

Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә - сабыр, тигән,

Сабыр кеше моратын табыр, тигән.

Һәр эштә сабырһыҙҙың төбә - хурлыҡ,

Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә - ихлас, тигән*,

Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.

Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:

Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас - юлдаш, тигән.

Алдыбыҙҙан киткәне юҡ хәүеф-хәтәр,

Был халыҡ, белә тороп, ғафил ятар.

Ғәфләттән уяныу юҡ, оялыу юҡ,

Каруандар үтеп ятыр ҡатар- ҡатар.

Ғибрәттәр күҙ алдында - күреп ятыр,

Ҡулы менән ҡанса әҙәмде күмеп ятыр.

Күп күрҙек ҡәбер ҡаҙған егеттәрҙе -

Араһында уйын-көлкө тулып ятыр.

Ни файҙа аһ орғандан, үлгәндән һуң,

Эш үтеп, гүр ғазабын күргәндән һуң?

Алланан ҡурҡыу тигән ҡайҙа ҡалды,

Зар илар урындарҙа көлгәндән һуң?..

Әҙәме был замандың булды шундай,

Яман холҡо менән халыҡ һис тә уңмай.

Дин яғына һис кем артыҡ күңел ҡуймай,

Донъяға зирәклеге Әфләтундай.

Яҡшылар хаҡтан күңел ауҙырмаған,

Яманға Хоҙай рәхмәт яуҙырмаған.

Белемһеҙ үҙе белмәҫ йүнгә күнмәҫ,

Холҡо - тинтәк һыйырҙай һауҙырмаған.

Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен,

Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.

Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын!

Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.

Белмәгән ҡаҙаҡ та бар, нуғай ҙа бар,

Иң әүүәл ғилемеңде уңайлап ал!

Китапты, фәрештәне, пәйғәмбәрҙе

Ҡоро атын белеү менән ни файҙа бар?

Ғилемеңдең емешен күрә алмағас,

"Иман шарты"н күреүҙән ни файҙа бар?..

Әйтәмен өгөт ҡылып ҡаҙаҡ халҡын:

Күңелегеҙ мәғрифәткә шунса һалҡын.

Ҡай сама ғөләмәләр әйтһәләр ҙә,

Боронғо ҡуялмайһыҙ ата салтын179.

Һеҙ бикар бер муллаһыҙ ултырмағыҙ,

Өйрәнмәй фарыз180, вөжүб181, тик тормағыҙ.

Ул мулланың ҡираәте182 яҡшы булһын,

Күргән, тип, мулла жәлал183, ҡотормағыҙ.

Хәлен белмәй, мулламын, тип ҡаңҡаймаһын184,

Йәш сабый баларға ҡатаймаһын.

Был яҡта күп эштәр бар - артын белһен,

Ғәҡаид186 уҡыным, тип ҡаҡаймаһын185.

Эҫтәйһегеҙ, уңай күреп, бала мулла,

Күбеһе - ғилем эшендә шала мулла.

"Шәмсиә"нән биш-алты ауыҙ нәмә ятлап,

Аталыр наҙандарға дана мулла.

Ҡанса әйтһәм дә, татлы ҡылып, баллағандай,

Хоҙай осон әфсүн уҡып, арбағандай,

Үҙегеҙҙең телегеҙсә асыҡ ҡылып,

Балаһы мосолмандың аңлағандай.

Шунда ла һис бер дауа килешмәйҙер:

Ҡолаҡҡа күренәһеҙ алмағандай.

Был әйткәнем китапҡа хилаф түгел -

Һеҙ уйлайһыҙ Аҡмулланы алдағандай.

Телебеҙ шундай татлы, күңел ҡаты,

Юлдашын ҡатындағы ялмағандай.

Донъяға шунса зирәк булды халыҡ -

Күҙ алдында карманынан ҡармағандай.

Атаңдың ауыҙы, тигән бер ғәҙәт бар,

Күкрәктә мыҫҡал иман ҡалмағандай.

Ниңә шулай хәүефһеҙ булдыҡ икән,

Донъяныҡы донъялыҡта ҡалмағандай?..

Беҙ бер торло халыҡ үлмәгәндәй,

Гүрстанға яңғыҙ баш бармағандай.

Тоғролоҡ был заманда ҡороп ҡалған -

Тура әйтеүсе арт яҡта тороп ҡалған.

Ҡай муллалар халыҡҡа ялғанлайҙар,

Хәйерҙән ҡаламын, тип ҡурҡҡандан.

Көсө бар мирзаларға ярамһынып,

Шәриғәтте күңел өсөн бороп һалған.

Бәйләнгән тамаҡ менән телебеҙ бар,

Йылҡысылар муйыныбыҙға ҡороҡ һалған.

Эшебеҙ үҙебеҙгә дәлил булды,

Нисә ергә шайтан тоҙаҡ ҡороп һалған.

Шаһбаздар Ҡаф тауына күсеп киткән,

Урынына ҡоҙғон байғош ҡунып ҡалған.

Һөйәккә һеңгән бидғәт187 айырылмай,

Йәшенән үк яман ғәҙәт ҡыуып ҡалған.

Бындайын бидғәт эштәр табылалар

Әҙәмһенгән аҡылға тулыҡтарҙан.

Ябраил төшөп әйтһә, күнмәгәндәй,

Ҡара ҡан әсебеҙгә тулып ҡалған.

Дин китһә лә, заң ҡуйырға риза түгел -

Күңелебеҙ шул сәбәптән һыуып ҡалған.

Фидиәһенә өҫтәп бирер арыҡ ҡутыр188,

Байғош мулла шул ҡутырҙы көтөп ултыр.

"Инша алла, ошо мал булмаҫмы", - тип

Сығарып ырғытыр бер күҙе һуҡыр.

Ҡуй, йылҡынан өҫтәрҙәр аҡһаҡ-сатан,

Дөйәнән бирә ҡалһа - ҡутыр атан189.

Маҡтанырлыҡ ер булғанда, мал аямай,

Тигәндә: "Саҙаҡаға шунса ҡатаң"190.

Ынтылып, муллалары үтер алдан,

"Киҫекбаш", "Ахыр заман" уҡығандан.

Яманын малдан бирер һайлап, өҫтәп,

Теҙгәндәр: ҡутыр арттан, һуҡыр алдан.

Ҡоро ауыҙ менән: "Кисер, Хоҙай", - тиеп,

Тәүбәне өйрәнгәндәр туҡрандан.

Беҙгә лә бирәме, тип, меҫкен булып,

Истәк* мулла тағы ултыра, һуҡранған.

Бәйләгән һыйыр малдан ике мүскә,

Байғош мүскә арыҡлыҡтан торор көскә.

Һарғайып, таң алдынан үлгән мәйет

Күмелмәй, кәңәш менән ҡалыр кискә.

Ҡағынған был заманда буҙ балалар

Харамлыҡ яғына тиҙ ҡуҙғалалар.

Тыйыуһыҙ бит, алдына йөрөп үҫкән,

Имен торһа ярар ине ҡыҙ балалар.

Боҙоҡтар берен-бере ҡолдай191 икән,

Хыянатын белә тороп ҡорғай192 икән.

Залимдарға әҙерләнгән йәһәннәм бар -

Хоҙайым был донъяла ормай икән.

 

 

* «Нәсихәттәр». Айырым строфалар рәүешендә (бигерәк тә тәүге өлөшө) халыҡ араһында бик ныҡ таралған. Тәүге тапҡыр «Даһа бер ҡач нәсихәтләре мәтзаман әбъяты» («Тағы бер ни тиклем нәсихәттәрҙе эсенә алған бәйеттәр») исеме менән «Аҡмелла әфәнденең иншад итдеке манзуматы...» китабыңда баҫыла һәм артабанғы бөтә баҫмаларға ла индерелә. Исеме шунан ҡыҫҡартып алынды.

 

* Был строфа әҫәрҙең ташҡа баҫылған нөсхәләренең береһендә лә юҡ. Ул бында Хәйбулла районы Ҡараһыу ауылында йәшәүсе Абдуллин Ғиниәт ҡарттан (1906 йылғы) Ғәббәсова Зәкиә яҙып алған варианттан алып индерелде.

 

* Революцияға тиклем ҡаҙаҡтар башҡорттарҙы «истәк» тип йөрөткәндәр. Аҡмулла әҫәрҙәрендә был һүҙ йыш осрай. Уны ул, ғәҙәттә, үҙен дөйөм ҡаҙаҡ массаһынан айырыбыраҡ күрһә тергә теләгәндә ҡуллана. Шуныһы характерле, беҙгә килеп еткән ҡулъяҙма документтәргә ҡарағанда, Аҡмулланы ҡаҙаҡтар үҙҙәре лә һәр саҡ «истәк мулла», «истәк Аҡмулла», йәгни «башҡорт мулла», «башҡорт Аҡмулла», тип атай торған булғандар.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer