Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!*

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!


Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.


Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.


Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек — арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

 

 * «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» — М. Аҡмулланың халыҡ араһында телдән таралған шиғри әҫәрҙәренең береһе. Тулы варианты 1931 йылда Курган өлкәһе Яланҡатай районы Ғәйет ауылында Закир Шакиров тарафынан бер ҡулъяҙма китаптан күсереп алынған. Ҡыҫҡараҡ варианты (өсөнсө строфанан башҡа өлөшө) М. Ҡотлоғәлләмовтың «Совет Башҡортостаны» газетаһының 1965 йыл 16 июнь һанында сыҡҡан «Аҡмулланың әҙәби мираҫы» исемле мәҡәләһендә килтерелә. Автор уны Учалы районының Аҙнаш ауылында Мөхәммәтшин Дәүләтша ҡарттан яҙып алған. Аҙаҡ шиғыр Ә. Харисовтың «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» китабына (Өфө, 1965), 1971 йылда — «Башҡорт поэзияһы антологияһы»на, ә һуңғы йылдарҙа мәктәп дәреслектәренә индерелде.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer