Кемдең зауҡы юҡ…*

 

Кемдең зауҡы юҡ — ғирфаны1 юҡтыр,
Кемдең ғирфаны юҡ — выжданы юҡтыр,
Кемдең выжданы  юҡ — һөйгәне  юҡтыр,
Кемдең  һөйгәне   юҡ — йәне   юҡтыр.
Минең кеүек булыр микән бәхетһеҙ:
Башым нахаҡ булды әсир ваҡытһыҙ.
Әсир, тиеп, туғандарым, һүкмәгеҙҙәр,
Күҙемдең ҡанлы йәшен түкмәгеҙҙәр.
Теләп алманым үҙемә быны, яр,
Ҡаза килһә, дала булыр икән тар.
Бәлә килһә, күрер күҙ күрмәҫ булыр,
Ҡаза килһә, аяҡтар йөрөмәҫ булыр.
Кеше мәхбүс2 булыр тәҡдир эшенән,
Сәбәбе булған булһа ла үҙенән.
Дәхи3 һылтау булыр дошман кешенән,
Асыуланып һөйләр хаслыҡ йөҙөнән.
Бәләләрҙе күрә килгән ғалиҙәр4
Бөйөктәрҙән — пәйғәмбәрҙәр, вәлиҙәр5.
Булған дусар уға нисә мәшаһир6
Мөғәллим Ҫәни * кеүек хикмәттә маһир.
 
1 Ғирфан (ғ.) — аң-белем, тәрбиә.
2 Мәхбүс (ғ.) — әсир булыу, зинданға ябылыу.
3 Дәхи (ғ.) — һәм, йәнә, тағы.
4 Ғали (ғ.) — бөйөк, оло.
5 Вәли (ғ.) — изге.
6 Мәшаһир (ғ.) — күренекле, данлыҡлы, атаҡлы кешеләр.

 

* «Булмаған..,», «Әйләр...», «Кемдең зауҡы юҡ...» әҫәрҙәре 1977 йылда Тарих, тел, һәм әҙәбиәт институтының VIII археографик экспедицияһы ваҡытында Йылайыр районы Үрге Түш ауылы ҡарты Иҙрисов Исмәғил Баймырҙа улының ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптар коллекцияһынан В. Әхмәҙиев менән ошо юлдарҙың авторы тарафынан табып алынды. Аҡмулланың Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының Ғилми китапханаһында һаҡланған автографы менән сағыштырыу был әҫәрҙәрҙең дә шағирҙең үҙ ҡулы менән яҙылғанлығын асыҡланы. Уларҙың тәүгеһе Дусмайыл Ҡасҡынбаев мәжмүғәһендә урын алған «Хибесханәдән Зәйнулла ишанға яҙғаны» шикәйәтенең (беҙ уға исемде строфа һайын ҡабатланып килеүсе «булмаған» һүҙенән алып бирҙек) тулы варианты, йәғни төп нөсхәһе, булып сыҡты. Ҡалған икеһе — бығаса билдәһеҙ әҫәрҙәр.

«Кемдең зауҡы юҡ...» шиғырынан алда шағир: «Был бәйетте берәү килештереп әйткән»,—тип, эпиграф урынына бер строфалыҡ шундай шиғри юлдар килтерә:

 

Ғәзизем, һин был донъяла мөхәббәткә әшнә бул,

Мөхәббәтһеҙ көнөң — ҡыш, һис яҙ булмаҫ.

Һауала осҡан һомай ҡошо ҡурҡыу белмәҫ,

Бейек осҡан менән, байғош шоңҡар булмаҫ.

 

Уның һуңында: «Быныһын беҙ килештерәйек», — тип үҙ әҫәрен яҙып ҡуйған.

 

* Шағир быға үҙе шундай аңлатма биргән: «Мөғәллим Ҫәни (ҫәни — ғәрәпсә «икенсе») тип Әл-Фарабигә әйткәндәр... Әбуғали Әл-Фараби ғилем хикмәтте грексәнән ғәрәпсәгә тәржемә итмеш».

 

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer