Туҡлы*

 

Инәһе шул туҡлының иммәгәнме,
Ҡаҡланып, ҡуйҙан үлән теймәгәнме?
Булмаһа, бисәң һауып ҡаҡлағанмы,
Булмаһа, ҡуйсы юнләп баҡмағанмы?
Ҡуй менән бәрәс шаулап баҡырғанда,
Бәрәс байғош инәһен тапмағанмы?
Йәй буйына ҡунаҡҡа һуйылмаған —
Сарыбай беҙ килә тип һаҡлағанмы?

 

* Хәсән Ғәли был әҫәрҙең яҙылыу тарихенә ҡағылышлы шундай белешмә биргән: «Аҡмулла Сарыбайҙың өйөнә килгәндә, һуйырға бер туҡлы килтереп, бата (рөхсәт. — Ә. В.) һорағандар. Шул туҡлыға Аҡмулланың арыҡһынып (ябыҡ, тип. — Ә. В.) сығарған батаһы... Был батанан һуң Сарыбай яҡшыраҡ туҡлы әпкилеп һуйған икән».

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer