Йомаҡ*

 

Бер нәмә: дүрт аяҡлы, әҙәм ҡуллы,
Ҡарыны өлкән, балыҡ ауыҙ, йылан йөнлө.
Яратҡан хоҙайына зекер итеп,
Тәсбих менән үткәрҙе һәр бер төндө.
(Телмәрйен)

 

* Шағирҙең беҙгә билдәле берҙән-бер йомағы. Дусмайыл Ҡасҡынбаев уны Ырымбурҙа сыҡҡан «Мөғәллим» журналының 1913 йыл 4-се һанында баҫтырған. Аҫтына: «Мәшһүр шағир Аҡмулланың жыйынтығындан алынды. Дүсмәйел», — тип ҡуйылған. Был әҫәр башҡа бер ерҙә лә осрамай. Күрәһең, Дусмайыл уны шағирҙең беҙгә килеп етмәгән берәй мәжмүғәһенән алғандыр.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer