Мәғрифәт, яҡтылыҡ йырсыһы

     Заманында «ҡара төндәге яҡты йондоҙ» булып балҡыған оло талант, мәшһүр шағир Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла XIX быуат башҡорт әҙәбиәтендә үҙәк урындарҙың береһен алып тора. Бөтә аңлы ғүмере башҡорт йәйләүҙәре, ҡаҙаҡ далалары менән, феодаль эксплуатация шарттарында ауыр донъя йөгөн үҙ иңдәрендә тартыусы хеҙмәтсән халыҡ массалары менән айырылғыһыҙ бәйләнгән был илгиҙәр шағир «үҙенең көслө шиғри шишмә ағышын халыҡтың көнкүреш рәүешенә, башҡорт менән ҡаҙаҡтың ярым күсмә тормошона ярашлы итеп борорға теләгәндәй, ...илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад итте» . Уның поэтик аһәңе башҡортто ғына түгел, ҡаҙаҡты ла, татарҙы ла берҙәй үк зауыҡландырған, уларға берҙәй үк хеҙмәт иткән.

     М. Аҡмулла 1831 йылдың 26 (иҫке стиль менән—14) декабрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосе (хәҙер Башҡортостандың Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Йәштән үк үҙ әсәһе үлеп, үгәй әсә ҡулында ҡалған Мифтахетдингә атаһының ишле ғаиләһендә* «ят бауыр» хәлендә ҡыйырһытылып, төрлө йәбер-золомдарҙы татып үҫергә тура килә. Үгәй әсәнең «йоҙроҡ тәрбиәһе» аҫтында алған тәүге тормош һабаҡтары кескәй Мифтахетдиндә бунтарлек, үҙ бәҫен үҙе яҡларға ынтылыш тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Артабан ата йортонан бөтөнләйгә китеп, бәләкәйҙән тулыһынса яҙмыш ҡарамағында тороп ҡалыу ҙа унда йәштән үк үҙ юнен үҙе күрә белергә, үҙаллы тормош көтөргә өйрәтә.

     * Мәғрифәт, яҡтылыҡ йырсыһы. Туғандарына яҙған бер хатында Аҡмулла ун дүрт ир туғанын һәм бер апаһын телгә ала: «Хөрмәтле ағалардин мулла Шәрәфетдин һәм Мөхәммәтжан, Ғирфан, Хәлиулла һәм Мөхәммәтхәнәфиә, Хәйбулла, Тимерғәли, Мөхәммәтъяр, Ярмөхәммәт ағаларға сәләм, — ти ул унда. — Һәм энеләремездән хөрмәтле мулла Ғилман һәм Әхмәди, Баһауетдин, Йософ, Хәкимжан һәм дустымыздан Мөхәммәд вә барчаларыға айырмайынча сәләм һәм апалардин Шөмсениса һәм йәш әлкәләремә һәм Мәхфүзә һәм Ғилман өйөндәге киленемезгә вә барчаларыңызга сағыныб сәләм...»1

1 Дусмайыл Ҡасҡынбаев. Шағир Аҡмулла хаҡында.— «Ваҡыт» газетаһы, 1913 йыл, 24 апрель.

     Ғаиләлә башланған ҡаҡҡыланыу-һуҡҡыланыуҙар, кәмһетелеүҙәр мәҙрәсәлә лә дауам итә. Йәше етеп, тәүҙә шул уҡ Елдәр волосе Мәнәүезтамаҡ мәҙрәсәһендә, шунан күрше Ҡарамалы волосендәге Әнәс ауылында уҡып йөрөһә лә, берҙән, үҙенең бөтмәҫ шуҡлыҡтары арҡаһында мәҙрәсә әһелдәре менән тыныша алмай, икенсенән, үҙе лә мәҙрәсә тәртиптәре, ундағы уҡытыу кимәле менән мөрхәтһенмәй. Мифтахетдиндә көндәр буйы доға ятлап мейе серетеүгә, наҙан муллаларҙың нотоҡтарына, сиктән тыш насар уҡыу шарттарына ҡарата протест тойғоһо уяна. Был протест тәүҙә бай шәкерттәргә, мулла-монтағайға ҡаршы төрлө шуҡлыҡтар, мәҙрәсәне ташлап китеү кеүек примитив формаларҙа сағылһа, һуңғараҡ, шағирлек һәләте моронлай башлағас, тел, шиғриәт уның берҙән-бер һәм иң ышаныслы көрәш ҡоралына әүерелә.
     Әнәс ауылынан киткәс, Мифтахетдин бер килке заманының данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡып, шағир Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала. Ләкин уның менән дә ҡәнәғәтләнмәйенсә, Ырымбур яҡтарына, Яйыҡ буйына сығып китә һәм шул тирәләге башҡорт ауылдарында байтаҡ йөрөгәндән һуң, Троицкигә килеп, Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһендә уҡый башлай. Йәй көндәре ҡаҙаҡ балаларын уҡытып аҡса эшләй, ҡыш мәҙрәсәлә белем ала. Йәштән килгән ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, белергә тырышыу, ғилемгә ҡомарлыҡ уға ныҡ ярҙам иткән: ошо мәҙрәсәлә уҡыу дәүерендә ул, дини тәғлимәткә ҡарағанда, үҙалдына фарсы, ғәрәп телле классик әҙәбиәтте өйрәнеүгә нығыраҡ күңел бирә һәм, улар буйынса заманы өсөн төплө белем алып, «мәргәндәрҙе танырлыҡ хәлебеҙ бар», тип әйтерлек дәрәжәгә ирешә.
     Сығып китеүенә ун өс йыл тигәндә шағир тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ләкин атаһы «ғаҡылһыҙ», «тинтәк холоҡло» балаһын яҡты йөҙ менән ҡаршы алмаған. Аҡмуллаға арналған бер мәҡәләһендә шағир Р. Шәкүров шундай ҡыҙыҡлы факт килтерә:
«Аҡмулланан ҡарттарҙың береһе һорай икән:
     - «Ҡадихан» тигән китапты уҡый беләһеңме? Уны беҙҙә атайың Камалетдин хәҙрәттән шәп уҡыған кеше юҡ бит, — тигән (йәнәһе, уны уҡый алған кеше бик белемле була).
     - Уны ғына ла белмәгәс тағы. Атайымдың ғилеме минең белемдең аяҡ йөҙлөгөнә лә сыҡмай ул, — тигән Аҡмулла» .
     Изгелекле халыҡ күңелендә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килгән был үҙенсәлекле деталь шағир менән уның атаһы араһындағы низағтың ваҡ тормош ығы-зығыларына ғына ҡайтып ҡалмайынса, интеллектуаль даирәлә, ғилем-һөнәр, әҙәп-әхлаҡ, йәшәйештең мәғәнәһе тураһында уйланыу кеүек принципиаль мәсьәләләр тирәһендә барыуына ишара яһай.

     Ун өс йылда бер ҡайтып, үҙ итмәнең,
     Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ, —

тип яҙа Аҡмулла һуңынан атаһына хатында. «Табылмаҫ мең тәңкәгә мыҫҡалыбыҙ»,— тип иҫкәртә шағир уны, ләкин «юнһеҙҙәр ҡайҙан белһен ир сауҙаһын?» Камалетдин хәҙрәт тә үҙ балаһының бунтарь тәбиғәтен, шиғриәтле оло хистәрен аңламай. Үҙ «сауҙаһын», үҙ баһаһын яҡшы аңлаған, шиғри талантының, ғилемдең илаһи көсөн татып өлгөргән шағирҙе был ваҡиға «һандуғас ҡоҙғон менән бергә булмаҫ» тигән һығымтаға этәрә. Бында «ҡоҙғон» тигәндән уның кемде күҙ уңында тотоуын төҫмөрләүе ҡыйын түгел. Был Аҡмулланың тыуған төйәгенә башҡаса әйләнеп ҡайтмауын да, кәрәк булғас, үҙ атаһын Мөхәммәтъяр ҡаҙаҡҡа «алмаштырыуын» да бер ни тиклем асыҡлай булһа кәрәк *.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer