Мәғрифәт, яҡтылыҡ йырсыһы

Шағирҙең тыуыуына 150 йыл тулыуға ҡарата баҫылып сыҡҡан китапҡа.

Төҙөүсеһе, аңлатмалар һәм баш һүҙ Әхәт Вилдановтан.
Яуаплы редакторы Ғайса Хөсәенов.
Өфө - 1981.
 
     Мифтахетдин Аҡмулланың ижады әҙәбиәт ғилемендә егерменсе йылдарҙан уҡ иғтибар үҙәгендә. Уның тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә, төрлө баҫмаларҙа байтаҡ мәҡәләләр баҫылып сыҡҡан. М. Ғафури, Ш. Бабич менән бер рәттән уның да әҫәрҙәренең академик йыйынтығы әҙерләнеүе билдәле. Дусмайыл Ҡасҡынбаев, Хәсән Ғәли кеүек шәкерттәре Аҡмулланың күп кенә әҫәрҙәрен йыйып ҡалдырғандар (улар хәҙерге көндә ҡулъяҙма хәлендә Алма-Ата, Ҡазан архивтәрендә һаҡлана). Һуңғы йылдарҙа шағирҙең байтаҡ яңы әҫәрҙәре табылып, ғилми әйләнешкә индерелде, биографияһының күп кенә билдәһеҙ йәки бәхәсле яҡтары асыҡланды. 1951 йылда Аҡмулла ижады башҡорт мәктәптәренең уҡыу программаһына индерелде, бөгөн ул республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында ла өйрәнелә.
     Шуға ҡарамаҫтан, Аҡмулланың әҫәрҙәре ошо көнгә тиклем башҡорт телендә тулы килеш баҫылып сыҡҡаны юҡ. Бөгөнгө уҡыусыға ул фәҡәт ара-тирә ваҡытлы матбуғат биттәрендә күренгеләп ҡалған әҫәрҙәрҙән, ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәрҙә һәм дәреслек-хрестоматияларҙа урын алған айырым өлгөләр аша ғына билдәле.
     Был китапҡа шағирҙең Ҡазанда (1892, 1904 һәм 1907) һәм Алма-Атала (1935) сыҡҡан баҫмаларына ингән, шулай уҡ төрлө архивтәрҙә, ғилми китапханаларҙа, ваҡытлы матбуғат биттәрендә, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор һәм археографик экспедициялары фондында йыйылған әҫәрҙәре индерелде. Ҡулъяҙма хәлендә һаҡланған әҫәрҙәрҙе ғәрәп, латин графикаһынан хәҙерге графикаға күсергәндә, шулай, уҡ ҡаҙаҡ һәм иҫке төрки телендәге шиғырҙарҙы башҡортсалаштырғанда уларҙың төп нөсхәләге яңғырашын, ритмик интонацияһын мөмкин тиклем һаҡларға тырышылды. Ошо маҡсаттан сығып, айырым урындарҙа ҡайһы бер ғәрәп, фарсы йәки башҡа сит тел һүҙҙәре, бигерәк тә улар рифмалашып килгәндә, үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды һәм уларға бит һайын (бер үк һүҙҙе ҡабатламаҫҡа тырышып) аңлатма бирелә барҙы (ғ. — ғәрәпсә, ф. — фарсыса, т. — төркисә, ҡ. — ҡаҙаҡса). Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһенә, исеменә йәки айырым деталдәргә һәм факттарға ҡағылышлы иҫкәрмәләр, аныҡлауҙар һәм һәр төрлө төҙәтмәләр «Аңлатмалар һәм иҫкәрмәләр» бүлегендә бирелде.
     Йыйынтыҡ киң массаға иҫәпләнгән. Ул шулай уҡ әҙәбиәт ғалимдәре, студенттәр, уҡытыусылар өсөн дә файҙалы ҡулланма булыр тип ышанабыҙ.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer