Яңғыҙлыҡта мыуафиҡ булһа ярың...

Яңғыҙлыҡта мыуафиҡ булһа ярың,

Ҡайҙа барһаң - юлыңда интизарың

Иренең бәхетен түбән төшөрмәһә,

Ҡайҙа барһаң - хур ҡыҙындай бер дидарың

Хөрмәтеңде белмәһә яңғыҙ башың,

Һин - бер бахыр, юҡ булған ҡарындашың.

Дуҫ менән дошманыңды айырмаһа,

Булһа ла алған ярың, ул - бер хасың.

Аҡылһыҙ булһа ярың, ҡәҙерең белмәҫ,

Гәүһәрҙәй ҡиммәтеңде күңеленә элмәҫ.

Һис бер эше күңеленә ҡунмаған һуң,

Ултырған яғалашып һин - бер көндәш.

Илдәге ҡәҙерһеҙгә бирер ашын,

Ҡайҙа яман күренһә - борор башын.

Малсы менән ялсыға серен һөйләп,

Ҡулъяулыҡ булып китер ғәзиз башың.

Етеҙ ат, һылыу ҡатын - ир ҡайрағы,

Кәрәкһеҙ нәмә кәрәк, ир яйҙағы.

Юлыҡһаң яман ҡатын, сабан атҡа,

Хәсрәт, ҡайғы төшөр ҡай-ҡайҙағы.

Уйлаған моратына етә алмаһа,

Әҙәмдең шунан булыр ҡартаймағы.

Дөйәһен төлкө алыр бәхетһеҙҙең,

Тип-тигеҙ түгел килер ил аймағы.

Ир-егет, уйлап һөйләп, байҡап баҫһа, -

Халыҡтың һөт өҫтөндә ул ҡаймағы.

Кеҙе ҡатын, яман тыуған тинтәк бала -

Егеттең шунан булыр ҡартаймағы.

Һис ваҡытта былыҡҡан ир уңа алмаҫ,

Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ.

Күктән рәхмәт ямғыры яумайынса,

Һис ваҡытта, үлән үҫеп, ер уңа алмаҫ.

 

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer