1 Фазыл (ғ.) - ғалим, аҡыл эйәһе.
2 Ғам (ғ.) - ябай халыҡ.
3 Хас (ғ.) - юғары ҡатлам, аҡһөйәктәр.
4 Ғаууас (ғ.) - бик оҫта сумыусы.
5 Ғәҫрәт (ғ.) - һөрлөгөү, эләгеп тәгәрәү; яңылышлыҡ, хата.
6 Мөһәндис (ғ.) - инженер.
7 Дөррә (ғ.) - ҙур, тәрән мәғәнәле.
8 Тәхҡиҡ (ғ.) - хәҡиҡәт эҙләүсе.
9 Ғөләмә (ғ.) - ғалимдар.
10 Сәрдар (ф.) - ғәскәр башлығы.
11 Дәрәжәи ижтиһад (ғ.) - дин һәм хоҡуҡ фәндәре буйынса мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итә алыу дәрәжәһе.
12 Дәҡаиҡ (ғ.) - нескә уйҙар, тәрән фекерҙәр.
13 Мөшкил (ғ.) - ауыр мәсьәлә, проблема.
14 Баһир (ғ.) - аныҡ.
15 Заһир (ғ.) - асыҡ.
16 Маһир (ғ.) - оҫта.
17 Моғанид (ғ.) - тиҫкәре, дошманлыҡ күрһәтеүсе.
18 Дәриға (ф.) - (ниндәй) ҡыҙғаныс!
19 Ҡауға (ҡ.) - биҙрә, күнәк.
20 Шәрик (ғ.) - иптәш.
21 Мәшрәбә (ғ.) - һыу эсә торған һауыт.
22 Ноҡсан (ғ.) - кәм, кәмселек.
23 Иҡрар (ғ.) - танмай, йәшермәй һөйләп биреү.
24 Ҡөрьәндәге бер аяттан өҙөк.
25 Ләфыз (ғ.) - һүҙ.
26 Яд (ғ.) - иҫкә төшөрөү, иҫтәлек, иғтибар.
27 Бади (ғ.) - тышҡы яҡ. Бында: беленер, күренеп торор мәғәнәһендә.
28 Һади (ғ.) - тура юл күрһәтеүсе, етәксе.
29 Мозһир (ғ.) - сәскә атып, балҡып тороусы.
30 Ҡисмәт (ғ.) - яҙмыш.
31 Хиссәт (ғ.) - хәсислек.
32 Ҡилләт (ғ.) - етешһеҙлек, юҡлыҡ.
33 Зилләт (ғ.) - түбәнлек, хурлыҡ.
34 Хиддәт (ғ.) - асыу, тупаҫлыҡ.
35 Малик (ғ.) - эйә, хужа.
36 Вирд (ғ.) - билгеле ваҡытта уҡыла торған доғалар.
37 Тарик (ғ.) - дүнеүсе, ваз кисеүсе.
38 Ләм йобарик (ғ.) - файҙа булмаҫ.
39 Әһле салик (ғ.) - ирекле, үҙенә-үҙе хужа, үҙ фекерле кеше.
40 Тәҡүә (ғ.) - диндар.
41 Сахабә (ғ.) - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандаштары.
42 Хамил (ғ.) - күтәреүсе, йөрөтөүсе, эйә булыусы.
43 Ғамил (ғ.) - дәрәжәле (кеше).
44 Шамил (ғ.) - эсенә алған, йыйнаған, туплаған.
45 Мәхзән (ғ.) - әйбер һаҡлана торған урын, келәт.
46 Мисрағ (ғ.) - шиғыр юлы.
47 Сәйран (ғ.) - әйләнеп йөрөү, хәрәкәт итеү.
48 Сәбил (ғ.) - юл.
49 Жәүлан (ғ.) - әйләнеп йөрөү, хәрәкәт итеү.
50 Сәрир (ғ.) - тәхет.
51 Әс-сәмғе әл-кәлим (ғ.) - рифмалашҡан сәсмә һүҙҙәр.
52 Тәхмин (ғ.) - самалау, яҡынса билдәләү.
53 Фөсаха (ғ.) - матур итеп, әҙәбисә һөйләй белеүселәр.
54 Замир (ғ.) - выждан, йөрәк, күңел.
55 Диһлиз (ғ.) - өй алды, вестибюль.
56 Нәфад (ғ.) - бөтөрөү, тамамлау.
57 Нәҡҡад (ғ.) - тәнҡитсе.
58 Шариғ (ғ.) - закон сығарыусы, пәйғәмбәр.
59 Сөкүт (ғ.) - өндәшмәү, шым тороу.
60 Жәуаз (ғ.) - дөрөҫ булыу, ярау.
61 Мөфад (ғ.) - һүҙҙән аңлашылған мәғәнә.
62 Мөхакәмә (ғ.) - хөкөм сығарыу.
63 Мөзәййән (ғ.) - биҙәлгән.
64 Мөбәййән (ғ.) - бәйән ителгән.
65 Зәғем (ғ.) - фараз, уй.
66 Рәд (ғ.) - ҡабул итмәү, кире ҡағыу.
67 Рәғем (ғ.) - күрә алмаусылыҡ, нәфрәт.
68 Әғраз (ғ.) - дошманлыҡ, боҙоҡ теләк.
69 Нәзар (ғ.) - иғтибар итеү, ҡараш ташлау.
70 Жөмлә (ғ.) - иҫәп.
71 Ғалә әл-хосус (ғ.) - бигерәк тә, айырыуса.
72 Нус (ғ.) - яңғыҙлыҡ, ҡабул итмәү, кире ҡағыу.
73 Нөсус (ғ.) - теүәл, аныҡ, төп мәғәнә.
74 Ниҫар (ғ.) - сәсеү, һибеү, таратыу.
75 Рижал (ғ.) - ирҙәр.
76 Мөбариз (ғ.) - батыр, бәһлеүән.
77 Шаһбаз (ф.) - ыласын.
78 Мәрҡад (ғ.) - ҡәбер, гүр.
79 Мирьат (ғ.) - көҙгө.
80 Ғибарә (ғ.) - һүҙ, һүҙ теҙмәһе, әйтем.
81 Тәғассиб (ғ.) - фанатизм.
82 Ғадир (ғ.) - бәләкәй күл, күләүек.
83 Зарир (ғ.) - һуҡыр.
84 Фәрҡәд (ғ.) - Етегән йондоҙлоғондағы иң яҡты йондоҙ.
85 Мөзәккәр (ғ.) - ир енесенә (мужской род) ҡараған.
86 Тәьниҫ (ғ.) - ҡатын-ҡыҙ енесенә (женский род) ҡараған.
87 Нәҙир (ғ.) - һаҡсы.
88 Ғәян (ғ.) - асыҡ.
89 Ғафир (ғ.) - ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе.
90 Хашиә (ғ.) - бер китаптың эстәлеген асыҡлаусы икенсе китап.
91 Жәдир (ғ.) - лайыҡ.
92 Жәмал (ғ.) - матурлыҡ.
93 Хәбир (ғ.) - белекле, белгес.
94 Әсхаб (ғ.) - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе күреп белгән кешеләр.
95 Тәсаниф (ғ.) - китаптар, әҫәрҙәр.
96 Басирәт (ғ.) - аң, аңлылыҡ.
97 Фәреҡ (ғ.) - айырыу.
98 Мөкабәрә (ғ.) - мин-минлек, тәкәбберлек.
99 Табиғ (ғ.) - буйһоноусы, эйәреүсе.
100 Мәриз (ғ.) - ауырыу, хәстә.
101 Феззе (ғ.) - тупаҫ, культураһыҙ.
102 Ғәлиз (ғ.) - әҙәпһеҙ.
103 Китап исеме. Йәшен уты мәғәнәһендә.
104 Мөхиб (ғ.) - һөйөүсе, яратыусы.
105 Назир (ғ.) - оҡшаш, иш, тиңдәш.
106 Тәхрират, итлаҡ (ғ.) - ҡотҡарыу, азат итеү.
107 Ғафир (ғ.) - ғәфү итеүсе, кисереүсе.
108 Һүҙ күренекле татар мәғрифәтсеһе Ғәбделнасир Ҡурсауи (1776-1818) тураһында бара.
109 Мәфтүн (ғ.) - үҙен-үҙе онотоп һоҡланыусы.
110 Шәғшәғә (ғ.) - мөһабәтлек.
111 Дәрт (ф.) - ауырыу.
112 Хөжжәт (ғ.) - дәлил, аргумент.
113 Мөддәға (ғ.) - талап, дәғүә.
114 Кәррә (ғ.) - һөжүмгә ҡаршы һөжүм, контратака.
115 Вәҡәфат (ғ.) - туҡталыш, туҡтау урыны.
116 Дат (ҡ.) - тут.
117 Нәжес (ғ.) - бысраҡ.
118 Бәдиғ (ғ.) - оҡшашы, тиңе булмаған.
119 Ләмиғ (ғ.) - ялтыраш, балҡыш.
120 Мөназиғ (ғ.) - низағлашыусы, бәхәсләшеүсе.
121 Жөда (ф.) - айырылған, айырылыуға дусар булған.
122 Ғонуан (ғ.) - ололау, хөрмәтләү атамаһы.
123 Мөхәҡҡаҡ (ғ.) - ысын, шикһеҙ.
124 Дөррә (ғ.) - ҡиммәтле, ҡәҙерле.
125 Кан (ғ.) - буйһоноусы, табыныусы.
126 Пиш (ф.) - алдынғы, алда барыусы, авангард.
127 Борһан (ғ.) - дәлил, аргумент.
128 Ғофран (ғ.) - ғәфү итеү, кисереү.
129 Халәт (ғ.) - хәл, рәүеш.
130 Ғәҙеб (ғ.) - тәмле-татлы, сөсө.
131 Бәғд әс-сәләм (ғ.) - сәләм һуңында.
132 Түбәнгә төштөк, мәсхәрә ителдек мәғәнәһендә.
133 Заиғ (ғ.) - әрәм.
134 Ғасый (ғ.) - буйһонмаусы.
135 Таҡ (т.) - тәхет.
136 Мәрурд (ғ.) - зиннәтле.
137 Хибес (ғ.) - зиндан, төрмә.
138 Әҫәр (ғ.) - бында: тәьҫире.
139 Ҡисса (ғ.) - хикәйә, хәбәр.
140 Жәббар (ғ.) - йәберләүсе, шәфҡәтһеҙ.
141 Маған (ҡ.) - миңә.
142 Ҡараламан (ҡ.) - дөйөм кешеләр, ҡара халыҡ.
143 Таған (ғ.) - һүгеүсе, мыҫҡыллаусы.
144 Томаға (ҡ.) - һунар шоңҡарының башына кейҙерелә торған күн башлыҡ.
145 Бикар (ф.) - буш, файҙаһыҙ.
146 Зәр (ф.) - алтын; зәргәр - ювелир.
147 Сарата (ғ.) - Ҡыҫала йондоҙ.
148 Ҡәүәс (ғ.) - Йәйә йондоҙ.
149 Мастак (ҡ.) - ябай эш аты, егенке ат.
150 Дөкан (ғ.) - кибет, магазин.
151 Кик (т.) - хөсөт, кенә, асыу.
152 Тулғау - шиғри әҫәр.
153 Дана (ф.) - белдекле, ғалим, аҡыл эйәһе.
154 Нәби (ғ.) - пәйғәмбәр.
155 Мәдәд (ғ. -ф.) -ярҙам.
156 Сохбәт (ғ.) - иптәшлек, юлдашлыҡ.
157 Ҡәриб (ғ.) - яҡын, ҡәрҙәш.
158 Жәрех (ғ.) - хурлау, рәнйетеү.
159 Васил (ғ.) - ирешеү, ҡауышыу.
160 Үҙен-үҙе маҡтауҙы теләп алһа мәғәнәһендә.
161 Ҡасир (ғ.) - наҡыҫ, етлекмәгән.
162 Бәләнд (ғ.) - юғары. Бында: һауалы.
163 Зәррә (ғ.) - бөртөк, матдәнең иң ваҡ өлөшө.
164 Сыянәт (ғ.) - һаҡлау, ҡурсыу.
165 Аләт (ғ.) - сара, әмәл.
166 Бәҡәр (ғ.) - һыйыр.
167 Шуаз (ф.) - ут, ялҡын.
168 Ҡураз (т.) - әтәс.
169 Зөлжәлал (ғ.) - алланың исеме.
170 Ғафил (ғ.) - ғәмһеҙ, битараф.
171 Нәбәүүәт (ғ.) - пәйғәмбәрлек.
172 Моҡтәбәс (ғ.) - алынған, күсерелгән.
173 Сәмәрә (ғ.) - һөҙөмтә, емеш.
174 Ислах (ғ.) -ярашыу, килешеү, дуҫлашыу.
175 Әнаниәт (ғ.) - мин-минлек, үҙ-үҙеңде генә ҡайғыртыу.
176 Бәдгөман (ф.) - насар, боҙоҡ уй.
177 Тәнбиһ (ғ.) - киҫәтеү.
178 Тәһәжжөд (ғ.) - төнгө намаҙ.
179 Салт (ҡ) - холоҡ, ғәҙәт, йола.
180 Фарыз (ғ.) - мотлаҡ, үтәлергә тейешле дини бурыс.
181 Вөжүб (ғ.) - зарурлыҡ, ҡотолғоһоҙ эш.
182 Ҡираәт (ғ.) - уҡыу, яттан уҡыу.
183 Жәлал (ғ.) - бөйөклөк, ололоҡ, ҡәҙер-хөрмәт.
184 Ҡаңҡайыу (ҡ) - маһайыу, танау сөйөү.
185 Ҡатайыу (ҡ) - ҡанығыу, ҡаты күңелле булыу.
186 Ғәҡаид (ғ.) - дини догмалар.
187 Бидғәт (ғ.) - ярамаған, тыйылған, ҡырын (эш).
188 Ҡутыр (ҡ.) - ҡорсаңғы.
189 Атан (т.) - өркәк дөйә, эш дөйәһе.
190 Ҡатаң (ҡ.) - ҡатыраҡ, бешеп етмәгән.
191 Ҡолдау (ҡ.) - ярҙам итеү.
192 Ҡорғау (ҡ.) - яҡлау, ҡурсыу.
193 Тор (т.) - ау, ҡош аулау өсөн ҡулланылған махсус селтәр.
194 Сай (ҡ.) - мул, бәрәкәтле.
195 Ҡалау (ҡ.) - алыу, һайлап алыу; теләү.
196 Ҡара май (ҡ.) - дегет.
197 Мөрдар (ғ.) - насар, әшәке.
198 Залл (ғ.) - аҙғын, боҙоҡ.
199 Зар (ф.) -дарманһыҙ, көсһөҙ, зәғиф.
200 Мәнзур (ғ.) - иғтибарға лайыҡ.
201 Мәшрут (ғ.) - шартлы, мотлаҡан.
202 Ҡәлеб (ғ.) - күңел, йөрәк.
203 Химар (ғ.) - ишәк.
204 Матлуб (ғ.) - талап ителгән, кәрәкле, тейешле.
205 Ғораб (ғ.) - ҡарға.
206 Ғам (ғ.) - ябай кеше.
207 Мөләҡҡаб (ғ.) - аталған, ҡушылған, ҡушаматлы.
208 Мәржәғ (ғ.) - барыр ер.
209 Нар (ф.) - ут, ялҡын; тамуҡ.
210 Пол, пул (ф.) - аҡса, хаҡ, баһа.
211 Нар (ҡ.) - бер үркәсле дөйә.
212 Ар (ҡ.) - намыҫ.
213 Арандау (ҡ.) - ҡапҡанға, ауға эләгеү, ҡыйын хәлгә ҡалыу.
214 Табандау (т.) - үҙһүҙлеләнеү, киреләнеү, ҡарышыу.
215 Баҡ (т.) - бәхет.
216 Кез булыу (ҡ.) - осрау, тап килеү.
217 Мөрдар (ғ.) - үләкһә; насар, әшәке.
218 Ғар (ғ.) - оят, хурлыҡ.
219 Бигаһ (ф.) - ваҡытһыҙ, тейешһеҙ, уңайһыҙ саҡта.
220 Әйләне (т.) - бирҙе, булдырҙы.
221 Мөсә (т.) - мөсә, өлөш.
222 Лөғәз (ғ.) - ҡыйын мәсьәлә.
223 Ханнас - антын боҙған шайтан мәғәнәһендә.
224 Нәҡел (ғ.) - ләстит, ялған һүҙ мәғәнәһендә.
225 Намәхрәм (ғ. -ф.) - ете ят, сит кеше.
226 Көкбөр (т.) - ҡыйырһытыу.
227 Кик (т.) - хөсөт, үс.
228 Кедә (ҡ.) - ярлы.
229 Мән - минән.
230 Миннәт (ғ.) - ярҙам.
231 Миҙгелһеҙ ҡайтып - ваҡытһыҙ үлеп мәғәнәһендә.
232 Тырыз - бизмән.
233 Тойғон (т.) - ҡарсыға (һунар ҡошо).
234 Ғәнимәт (ғ.) - уңыш, бәхет.
235 Атаҡ (т.) - дан, исем.
236 Сарлау (ҡ.) - тултырыу, баҫып алыу.
237 Жабы (ҡ.) - ҡатнаш, төрлө тоҡомло аттан тыуған.
238 Ҡазанат (ҡ.) - таҙа ҡанлы.
239 Яй, жай (ҡ.) - ябай, түбән ҡатлам кешеһе.
240 Сай (ҡ.) - йырғанаҡ.
241 Шалҡыу (ҡ.) - сайҡалыу.
242 Әсфәл (ғ.) - әшәке, түбән.
243 Әзәл (ғ.) - мәңгелек.
244 Катиб (ғ.) - яҙыусы, секретарь.
245 Дәрд илә (ф. -т.) - ауырыу менән, ауырыуҙан.
246 Томар (ҡ.) - буяу эшләй торған үҫемлек тамыры.
247 Çap (ғ.) - үс.
248 Ҡышыр (ғ.) - ҡабыҡ, ҡайыр, тире. Бында: маҡтансыҡ.
249 Саған (ҡ.) - һиңә.
250 Баған - бағана.
251 Кифаят (ғ.) - етерлек, кәрәк тиклем.
252 Ләфез (ғ.) - яңғыраш, ишетелеш.
253 Мәһан (ғ.) - хеҙмәтсе. Бында: хәләл ефетең мәғәнәһендә.
254 Нәзар (ғ.) - ҡарау, иғтибар итеү, төшөнөү, фекерләү.
255 Мәст (ф.) - иҫерек, иҫергән.
256 Насир (ғ.) - ярҙам биреүсе.
257 Сырлы аяҡ - биҙәкле, буяулы һауыт.
258 Табалау (ҡ.) - үсәү, кеше ҡайғыһына ҡыуаныу.
259 Шаруа (ҡ.) - крәҫтиән.
260 Әһле зөхрәф - бай, хазиналар эйәһе.
261 Ғосса (ғ.) - ҡайғы-хәсрәт, һағыш.
262 Мөжәррәд (ғ.) -яңғыҙ, бер бөртөк.
263 Дидар (ф.) - йөҙ, бит, сырай.
264 Пәруа (ф.) - ҡайғыртыу.
265 Ифтихар (ғ.) - маҡтаныу, ғорурланыу.
266 Кибар (ғ.) - ҙур, бөйөк; ихтирам.
267 Химар (ғ.) - ишәк.
268 Сәфар (ғ.) - әйләнеп, өйөрөлөп, бөтөрөлөп йөрөү.
269 Шәремсар (ф.) - оятлы.
270 Иҡбал (ғ.) - эштең алға барыуы, бәхет, уңыш.
271 Нәфәр (ғ.) - ябай һалдат, йомошсо.
272 Мәхҙүл (ғ.) - ситләтелгән, ҡыйырһытылған.
273 Мәрдүд (ғ.) - кире ҡағылған, ҡыуылған.
274 Кәшшаф (ғ.) - яңылыҡ асыусы, уйлап табыусы.
275 Күрке (ҡ.) - ҡыуыш.
276 Көрпә (т.) - ябыу, юрған.
277 Таяу (т.) - йәнәш, яҡын.
278 Етек - өлгөр мәғәнәһендә.
279 Лазым (ғ.) - тейеш.
280 Пара (ҡ.) - алым, ришүәт.
281 Тикә (ф.) - бер ҡабым, һыныҡ.
282 Әруах (ғ.) - "рух"тың күплеге.
283 Ғаид (ғ.) - кире ҡайтыу, һүҙҙе кире алыу, ғәфү үтенеү.
284 Хәдәҫ (ғ.) - тиҙәк.
285 Мәмнуғ (ғ.) - мөмкин булмаған.
286 Матмуғ (ғ.) - ҡомһоҙлоҡ (түҙемһеҙлек) менән теләү.
287 Ғанид (ғ.) - кире, тиҫкәре.
288 Бәғид (ғ.) - алыҫ.
289 Нәжиб (ғ.) - тәрбиәле, уҡымышлы кеше.
290 Мөғаләжә (ғ.) - дауалау.
291 Ләмма рәжа (ғ.) - һуңғы үтенес, һуң сиккә етеп ялбарыу.
292 Нәуа (ғ.) - бәхәсләшеү, бер-береһенә һөсләтеү.
293 Тәуан (ф.) - көс, ҡеүәт.
294 Ғаләни (ғ.) - асыҡ, билдәле, күренеп торған.
295 Әфазыл (ғ.) - ғалимдарҙың ғалимы.
296 Нәзаир (ғ.) - өлгөләр, фәһемле нәмәләр.
297 Зал (ғ.) - аҙғын, боҙоҡ.
298 Мозил (ғ.) - аҙҙырыусы, боҙоусы.
299 Әсатыр (ғ.) - легенда, миф, әкиәт.
300 Әл-әүүәлин (ғ.) - ата-бабалар, боронғолар.
301 Тәжауез (ғ.) - шашыу, сығырҙан сығыу.
302 Гәб (ф.) - әңгәмә, хәбәр.
303 Бәдандиш (ф.) - һәр кемгә насарлыҡ теләүсе, боҙоҡ уйлы
304 Бадиә (ғ.) - ҡыр, дала.
305 Ғадиә (ғ.) - алда барыусы, етәксе.
306 Мәртәбәи ғалиә (ғ.) - бөйөклөк, юғары дәрәжәлелек.
307 Далиә (ғ.) - бәхәсләшеүсе.
308 Даниә (ф.) - бөртөк, дана.
309 Мәға ҙалик (ғ.) - шул уҡ ваҡытта, шулай уҡ.
310 Мөжәддид (ғ.) - новаторлыҡ.
311 Иҡтибас (ғ.) - өлгө алыу, эйәреү, файҙаланыу.
312 Нәжем (ғ.) - йондоҙ.
313 Әшһәр (ғ.) - бик атаҡлы, бик данлыҡлы, бик оло.
314 Ҡыяс (ғ.) - үрнәк, өлгө.
315 Ғадир (ғ.) - хыянатсы.
316 Мөхәҡҡиҡ (ғ.) - тикшереүсе, аныҡлаусы.
317 Әһле тәхҡиҡ (ғ.) - хаҡлыҡ эҙләүсе.
318 Мөдәҡҡиҡ (ғ.) - нескәләп тикшереүсе, өйрәнеүсе.
319 Мөназарә (ғ.) - әрепләшеү, һүҙ көрәштереү.
320 Шифә (ғ.) - ирен.
321 Парә-парә (ф.) - киҫәк-киҫәк.
322 Әсхаб (ғ.) - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандаштары.
323 Тәнаҡыш (ғ.) - бәхәс, дискуссия
324 Алаң (т.) - тынысһыҙланыу, ҡуҙғышыу, алаңдау.
325 Фәрьяд (ф.) - зарланыу, ярҙам һорап инәлеү, аҡырыу.
326 Таҡ (т.) - тәхет.
327 Лаҡба (ҡ.) - тотороҡһоҙ, ышанысһыҙ.
328 Ғариз (ғ.) - ҡыйыулыҡ, батырлыҡ.
329 Сөбхан (ғ.) - маҡтау һүҙе.
330 Дөүәл (ғ.) - йорт, ил.
331 Ҡыяң (ҡ.) - алыҫ.
332 Харуар (ғ.) - ишәк йөгө.
333 Тарылау (ҡ.) - һаранланыу, ҡомһоҙланыу.
334 Сафакәр (ғ. -ф.) - сафландырыусы.
335 Әшрар (ғ.) - яуыздар, уҫалдар.
336 Миғъяр (ғ.) - үлсәм, сама.
337 Сәрдар (ф.) - башлыҡ, ғәскәр башлығы.
338 Хар (ғ.) - хур, ҡәҙерһеҙ, түбән.
339 Әҫәрдар (ғ. -ф.) - әҫәрләнеү, зауыҡланыу.
340 Әсрар (ғ.) - серҙәр.
341 Әхбар (ғ.) - хәбәрҙәр.
342 Вафадар (ғ. -ф.) - һүҙендә тороусы, тотанаҡлы.
343 Ғәсәл (ғ.) - бал.
344 Мөләҡҡаб (ғ.) - аталған, ҡушаматлы.
345 Әфкар (ф.) - ҡайғыртыу.