Дәртебеҙҙең барсаһы - донъя милке,
Донъя осон ер ҡаҙып, булдыҡ төлкө.
Ҡәнәғәт ҡылмағандың ҡарыны ас -
Төндә йоҡо күрмәнек, көндөҙ - көлкө.
Һин, донъя, алдатаһың барыбыҙҙы,
Эт-нәфескә килтерҙең бит арыбыҙҙы212.
Һиллек бөтөп, күрһәттең күп ҡазалар,
Өйҙә тыныс ҡуйманың ҡарыбыҙҙы.
Еңел эш, буш һүҙгә ҡолаҡ һалма,
Булыр-булмаҫ кәңәште уйға алма.
Үҙ атаңдың күрһәң дә хилаф эшен,
Дөрөҫөн әйтеүҙән һис оялма.
Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer